Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Спорт
13 Март 2024, 12:30

Республика спортсыһы паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса Гран-при яуланы

Туниста паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса донъя Гран-прийы этабы тамамланды. 

Республика спортсыһы паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса Гран-при яуланыРеспублика спортсыһы паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса Гран-при яуланы
Республика спортсыһы паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса Гран-при яуланы

Унда донъяның 42 иленән 353 спортсы йыйылды. Был ярышта 2,5 йыл эсендә тәүге тапҡыр Рәсәй спортсылары ла ҡатнашты. Йыйылма командаға Башҡортостан вәкиле Анна Кулинич-Сорокина ла инде. Милли йыйылма команда составында Анна T11/12 класында (200 метрға йүгереү) һәм F12/46 класында һөңгө ырғытыуҙа ике алтын миҙал яуланы. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ошондай ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты.

«Спортсыны һәм уның тренеры Петр Буйловты уңыштары менән ҡотлайым!» -  тип яҙған ул.

Автор:
Читайте нас