«Эш башланды. Форумда Рәсәй Президентының ҡатнашыуы күҙ уңында тотола, ул Физик культура һәм спорт буйынса совет ултырышын үткәрә. Шуға күрә етди әҙерләнергә кәрәк», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
12 апрелдә Мәскәүҙә «Беҙ бергә. Спорт» халыҡ-ара конгресс-күргәҙмә сараһы барышында Пермь крайынан Башҡортостан Республикаһына «Рәсәй – спорт державаһы» форумы штандарты тапшырылды.