Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель , 12:41

Башҡортостан шашкасыһы — Костромала Рәсәй беренселегенең абсолют чемпионы

Башҡортостан шашкасыһы Ульяна Тафинцева һуҡырҙар спорты буйынса Рәсәй беренселегенең абсолют еңеүсеһе булды. Ишембай спортсыһы рус шашкаһында еңеү яуланы.

Башҡортостан шашкасыһы — Костромала Рәсәй беренселегенең абсолют чемпионы
Башҡортостан шашкасыһы — Костромала Рәсәй беренселегенең абсолют чемпионы

Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыш Кострома ҡалаһында үтте. Шашкасылар турнирына Рәсәйҙең алты төбәгенән йәш спортсылар йыйылды.

Ульяна Тафинцева менән тренер Янис Сафин шөғөлләнә.

Бынан алда Башҡортостандың йыйылма командаһы Мәскәү өлкәһендә рус һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй команда чемпионатында алтын, көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы. Республикабыҙ исеменән ете гроссмейстер сығыш яһаны, уларҙың алтыһы — халыҡ-ара, етеһе иһә спорт мастеры.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-04-17/bash-ortostan-shashkasy-y-kostromala-r-s-y-berenselegene-absolyut-chempiony-3731019

 

Автор:
Читайте нас: