Спорт акробатикаһы буйынса турнир Свердловск өлкәһендә үтте. Башҡортостан исеменән унда Октябрьскийҙан Алана Зиннәтуллина һәм Роман Гилев сығыш яһаны. Еңеү яҡташтарыбыҙға спорт акробатикаһы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына инергә мөмкинлек бирҙе.
Спортсылар менән тренерҙар Олеся Муллағәлиева, Владислав Куприянов, Фирүзә Вәлиева һәм Сабина Вәлиуллина шөғөлләнә.
Бынан алдараҡ Башҡортостан спортсыһы йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында биш алтын миҙал яуланы. Рәсәй чемпионаты йомғаҡтары буйынса команда төҙөлә һәм ул 2024 йылда Донъя серияһының халыҡ-ара ярыштарында ил исеменән сығыш яһай, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.