Донъя шахмат федерацияһы Өфөнөң «Толпар» клубы спортсыһына «Ҡатын-ҡыҙ ФИДЕ мастер» тигән абруйлы исем бирҙе. Ләйлә Табермаковаға 15 йәш, яҡташыбыҙ — Башҡортостан тарихында юғары халыҡ-ара статусҡа эйә булған иң йәш шахматсы.
Яңыраҡ Ләйлә Табермакова йәштәр араһында Рәсәй беренселегендә еңеүсе булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Шулай уҡ спортсы ҡыҙҙар араһында уҙған Азия чемпионатында беренсе урынды яуланы. Бынан тыш, быйыл Ләйлә Табермакованы илдең иң яҡшы спортсылары иҫәбенә индерҙеләр.