Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Май , 18:05

Башҡортостан каратистары Минскиҙа «Дуҫлыҡ кубогы» турнирында 11 миҙал яуланы

Республика каратистары Минскиҙа «Дуҫлыҡ кубогы 2024» турнирында 11 миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығы хәбәр итә.

Башҡортостан каратистары Минскиҙа «Дуҫлыҡ кубогы» турнирында 11 миҙал яуланы
Башҡортостан каратистары Минскиҙа «Дуҫлыҡ кубогы» турнирында 11 миҙал яуланы

Белоруссияның баш ҡалаһында 1000-гә яҡын спортсы йыйылды. Халыҡ-ара ярыштарҙа улар төрлө йәш һәм ауырлыҡ категорияларында 54 комплект миҙал уйнатты.

Башҡортостан спортсылары өс алтын, дүртешәр «көмөш» һәм «бронза» алды.

Бынан алдараҡ Башҡортостан каратистары Новосибирскиҙа «Уңыш кубогы»нда сығыш яһап, республикаға алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар менән ҡайтты.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-05-02/bash-ortostan-karatistary-minski-a-du-ly-kubogy-turnirynda-11-mi-al-yaulany-3750829

 

Автор:
Читайте нас: