Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Июнь , 10:50

Башҡортостан спортсыһы Матвей Каниковский Париждағы Олимпиадаға әҙерләнә

Башҡортостан спортсыһы Матвей Каниковский Парижда йәйге Олимпия уйындарында сығыш яһай. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығында хәбәр иттеләр.

Башҡортостан спортсыһы Матвей Каниковский Париждағы Олимпиадаға әҙерләнә
Башҡортостан спортсыһы Матвей Каниковский Париждағы Олимпиадаға әҙерләнә

Матвей Каниковский 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында дзюдо буйынса шәхси турнирҙа миҙал яулау өсөн Францияға юллана. Олимпиадала дзюдо ярыштары 27 июлдән 2 авгусҡаса ойошторола.

Яҡташыбыҙ  Европа-2024 чемпионы, Мәскәү һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһап, Донъя серияһында биш турнирҙа еңеү яуланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында Матвей Каниковский Халыҡ-ара дзюдо федерацияһының Португалия гран-прийы чемпионы исеменә лайыҡ булды.

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-06-05/bash-ortostan-sportsy-y-matvey-kanikovskiy-parizhda-y-olimpiada-a-erl-n-3799208

 

Автор:
Читайте нас: