Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Июнь , 10:43

Башҡортостан көрәшселәре Монголияға донъя чемпионатына юллама отто

Башҡортостан спортсылары Пермдә Рәсәй чемпионатында 19 миҙал яулап, Монголияла уҙырға тейешле донъя чемпионатына юллама отто. Көрәшселәрҙең еңеүе хаҡында республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостан көрәшселәре Монголияға донъя чемпионатына юллама отто
Башҡортостан көрәшселәре Монголияға донъя чемпионатына юллама отто

Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса ил ярыштарында Рәсәйҙең 24 төбәгенән 230 спортсы ҡатнашты. Турнирҙа яҡташтарыбыҙ өс алтын, дүрт көмөш һәм 12 бронза миҙал алды.

Беренсе урынды Илфаҡ Ибәтуллин, Зарина Әлмөхәмәтова һәм Алёна Фәтихова алды.

Икенсе баҫҡыста иһә Илья Сухоруков, Евгений Зиязов, Виталий Балянов һәм Илнар Сәлимйәнов.

Илнур Хафизов, Максим Сәйетғәлин, Турал Азимов, Айнур Сыртаев, Альбина Алиева, Замира Кусаева, Алина Пухова, Камилла Соболева, Дина Туйгилдина, Олимпия Мәхийәнова, Артур Зөлҡәрнәев һәм Дмитрий Ларюков өсөнсө урынды яуланы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-06-07/bash-ortostan-k-r-shsel-re-mongoliya-a-don-ya-chempionatyna-yullama-otto-3801972

 

Автор:
Читайте нас: