2024 йылдың 11 июнендә Министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин Рәсәй хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйған.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл яҙ Башҡортостан хөкүмәте республикала физик культураны һәм спортты үҫтереү дәүләт программаһын раҫланы.
Профилле дәүләт программаһына физкультура һәм күмәк спорт, ат спортын һәм ат спорты мәктәптәрен үҫтереү, юғары ҡаҙаныштар спорты һәм спорт резервын әҙерләү кеүек өс ярҙамсы программа ҡарай.
Белешмә өсөн. Башҡортостанда былтыр дүрт ҙур спорт үҙәге, 12 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, биш ябыҡ боҙ аренаһы һәм ике бассейн төҙөлгән. 1000-дән ашыу спорт һәм хоккей майҙансығы эшләй. Быйыл 14 ҙур спорт объекты төҙөлә, улар араһында республиканың хәҙерге тарихында иң күләмлеләре — Көрәш һарайы һәм Фехтование үҙәге.