Еңеүсене һәм уның тренеры Вил Ғәлимйәновты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы.
«Был инде Башҡортостан спортсыларының БРИКС уйындарында бишенсе алтыны. Шулай уҡ Илья Первухин (каноэла ишеү), Алина Дәүләтова (бадминтон), Эрнест Шәрәфетдинов (карате) юғары пробалы миҙалдар яуланы. Ике каратист ҡыҙыбыҙ — Анна Кудрявцева, Айгөл Садиҡова көмөш һәм бронза миҙалдар алды», — тип билдәләне республика етәксеһе.