Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июль , 10:11

Башҡортостан шахматсыһы донъя кимәлендәге дәғүәсеһен еңде

Башҡортостан шахматсыһы Урал Хәсәнов шахмат композицияһы буйынса донъя рейтингында беренсе урынды биләгән Данила Павловты еңеп, Рәсәй кубогы этабында еңеү яуланы. «Толпар» спорт клубы спортсыһының еңеүе тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Башҡортостан шахматсыһы донъя кимәлендәге дәғүәсеһен еңде
Башҡортостан шахматсыһы донъя кимәлендәге дәғүәсеһен еңде

«Йәш булыуына ҡарамаҫтан,«Толпар» шахмат клубы тәрбиәләнеүсеһе Рәсәй кимәлендә уңышлы сығыш яһай, шулай уҡ 2023 йылда Батумиҙа юниорҙар араһында уҙған донъя чемпионатында һоҡланғыс еңеү. Кисә Хәсәнов Якутскиҙа «Туймааданың аҡ төндәре» шахмат композицияһы буйынса Рәсәй кубогы этабында беренсе урынға лайыҡ булды. Был юлы Урал шахмат композицияһы буйынса донъя рейтингының беренсе номеры Данила Павловты ышаныслы рәүештә еңде», — тип яҙа Руслан Хәбибов үҙенең telegram-каналында.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-07-17/bash-ortostan-shahmatsy-y-don-ya-kim-lend-ge-d-se-en-e-de-3852421

 

Автор:
Читайте нас: