Парашютта ергә төшөү теүәллеге буйынса шәхси ярышта Евгения Торгашева алтын миҙал алды. Ошо уҡ дисциплинала Тимур Хәмитов икенсе булды. Евгения Торгашева, Илнур Хәлиуллин һәм Илшат Карамовтан торған республика командаһы иһә «бронза» яуланы.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан ишкәкселәре Волга буйы федераль округы беренселегендә беренсе урынды алды. Байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса ярыштар 19 июлдә Энгельста үтте, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.