Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Декабрь , 10:29

Башҡортостан «Ауыл тренеры» федераль программаһының пилот төбәге итеп һайланды

Башҡортостан «Ауыл тренеры» федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙың һынау төбәге була. Рәсәйҙә был программа 2025 йылда ғәмәлгә ашырыла башлай.

Пилот төбәктәр иҫәбендә шулай уҡ Алтай крайы, Башҡортостан Республикаһы, Брянск, Волгоград, Омск, Силәбе өлкәләре бар.

«Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашыусыларҙың һәр береһе биш йыллыҡ контракт төҙөгән осраҡта 1 миллион һум алырға мөмкин.

«Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илдә физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса йөкләмәләренең береһе булып тора, бөгөн беҙ Дәүләт Думаһының профилле комитеты депутаттары менән уларҙың үтәлешен тикшерҙек, — тип яҙҙы телеграм-каналда статс-секретарь — Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Александр Никитин. — Ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа тренерҙарға ҡытлыҡ 2676 белгес тәшкил итә. «Ауыл тренеры» ауылдарға квалифициялы кадрҙар йәлеп итергә мөмкинлек бирә».

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда йәш белгестәргә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһының ярҙам итеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Башинформ агентлығы

Башҡортостан «Ауыл тренеры» федераль программаһының пилот төбәге итеп һайланды
Башҡортостан «Ауыл тренеры» федераль программаһының пилот төбәге итеп һайланды
Башҡортостан «Ауыл тренеры» федераль программаһының пилот төбәге итеп һайланды
Башҡортостан «Ауыл тренеры» федераль программаһының пилот төбәге итеп һайланды
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: