Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Спорт
20 Ғинуар 2025, 12:37

Стәрлетамаҡ спортсыһы Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙал яулаған

Силәбелә ошо көндәрҙә бейеклеккә һикереү буйынса ярыштар үтте - Юрий Лукашевич һәм Вячеслав Середкин Мемориалы.

Стәрлетамаҡ спортсыһы Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙал яулағанСтәрлетамаҡ спортсыһы Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙал яулаған
Стәрлетамаҡ спортсыһы Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙал яулаған

Силәбелә ошо көндәрҙә бейеклеккә һикереү буйынса ярыштар үтте - Юрий Лукашевич һәм Вячеслав Середкин Мемориалы. Ярышта Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, спортсы Матвей Мирхазетдинов ҡатнашты.

Ярыштар программаһына оҙонлоҡҡа һәм ҡолға менән һикереү инде, унда 20 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнаша алды.

Спорт мәктәбе хәбәре буйынса, Матвей бейеклекте яулап 1,75 метрға һикерә һәм өсөнсө урынға лайыҡ була. Спортсыны тренер Ирина Григорьевна Горбунова әҙерләгән.

сығанаҡ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас