Тәнзилә Исраилова сығышы менән Белореттан. Республиканың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Кисә ул Рәсәй кубогында еңеүсе булды.
2010 йылда Раянова Ләйсән ошо спорт төрөндә Рәсәй чемпионы исемен алғайны.
«Тәнзиләне һәм уның тренеры Елена Сорокинаны шәп һөҙөмтә менән ҡотлайым», — тип яҙҙы Руслан Хәбибов.