Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
18 Февраль 2025, 09:08

Стәрлетамаҡта яңы спорт комитеты рәйесе тәғәйенләнде

...быға тиклем Павел Иванов «Ватан» хәрби-патриотик берләшмәһе директоры урынбаҫары вазифаһын биләгән.

Стәрлетамаҡта яңы спорт комитеты рәйесе тәғәйенләндеСтәрлетамаҡта яңы спорт комитеты рәйесе тәғәйенләнде
Стәрлетамаҡта яңы спорт комитеты рәйесе тәғәйенләнде

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә физик культура һәм спорт комитетының яңы рәйесе менән таныштырҙылар. Был вазифаға Иванов Павел Александрович тәғәйенләнде.

Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хәбәр итеүенсә, быға тиклем Павел Иванов «Ватан» хәрби-патриотик берләшмәһе директоры урынбаҫары вазифаһын биләгән.

Павел Александровичҡа тиклем спорт комитеты рәйесе вазифаһын Юрий Анатольевич Селиверстов биләй, 2024 йылдың ноябрендә ул комитетта эшенең тамамланыуы тураһында хәбәр итә.

Фото.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас