«Алтын шайба» Кубогына республика йәш хоккейсылар ярыштары тамамланды, унда Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө спорт мәктәбенең йыйылма командаһы ла ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ «3-сө урта мәктәп» Өфө, Салауат һәм Сибай командаларын еңгәйне. Финалда Стәрлетамаҡ спортсылары “М.М. Азаматов” исемендәге Өфө командаһы менән көс һынашты. Уйын өфөләр файҙаһына 2:5 иҫәбе менән тамамланды.
Ярыштар йомғаҡтары буйынса, “3-сө урта мәктәп” хоккейсылары «Алтын шайба» ның көмөш призерҙары булды. Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы Владимир Баянов тип танылды.