21-23 февралдә Омск ҡалаһында Советтар Союзының атҡаҙанған теренеры А. Хмелев һәм СССРҙың Спорт мастеры, милиция полковнигы А. Анохин иҫтәлектәренә бағышланған дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Иң яҡшылар исеме өсөн илдең 24 төбәгенән 159 спортсы көс һынашты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы Олимпия резервыны спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Кирилл Щелкунов 66 кг ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урын яуланы.
Шул уҡ көндәрҙә Өфөлә атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Г.Ә.Әғзәмов иҫәтелегенә бағышланған 2007 йылғы һәм унан йәшерәк үҫмерҙәр араһында Милли һәм халыҡсан спорт төрҙәре буйынса XXIII Республика фестивале уҙғарылды. Дөйөм алғанда, спортсылар спорттың биш төрө буйынса: көрәш, армрестлинг, мас-рестлинг, арҡан тартышыу һәм гер күтәреүҙә көс һынашты.
Дөйөм команда зачетында юғарыла әйтеп үтелгән спорт төрҙәре буйынса беренсе урынға Стәрлетамаҡ командаһы лайыҡ булды. Уның составында Олимпия резервының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә бар. Үҫмерҙәрҙе тренер Флүзә Ахунова әҙерләне.