Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Апрель 2025, 16:35

Башҡортостандан йәш гимнаст – Рәсәйҙең абсолют чемпионы

Стәрлетамаҡтан йәш гимнаст Полина Дмитриева Рәсәй беренселегендә 4 алтын миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостандан йәш гимнаст – Рәсәйҙең абсолют чемпионы
Башҡортостандан йәш гимнаст – Рәсәйҙең абсолют чемпионы

Полина күпбәйгелә дүрт алтын миҙал менән Рәсәйҙең абсолют чемпионы исеменә лайыҡ булды. Ярыштарға спортсыны тренер Елена Кайгулова әҙерләгән.

Башҡортостан командаһы, Мәскәү командаһынан ғына ҡалышып, икенсе урынды алды. Команда составында Стәрлетамаҡ спортсылары Полина Дмитриева, Дарина Федорова һәм Самира Рәхимғолова, шулай уҡ Өфө ҡыҙы Диана Ускова сығыш яһаны.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2025-04-04/bash-ortostandan-y-sh-gimnast-r-s-y-e-absolyut-chempiony-4185173

 

Автор:
Читайте нас