Өфөлә армрестлинг буйынса Башҡортостан Беренселеге һәм Чемпионаты сиктәрендә ярыштар тамамланды, унда республиканың төрлө мөйөштәренән 250-нән ашыу спортсы көс һынашты.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был ярыштар Пермь ҡалаһында армрестлинг буйынса федераль округ беренселегенә һайлап алыу этабы булды. Уны 2026 йылдың 2-6 февралендә үткәреү планлаштырыла.
Стәрлетамаҡ йыйылма командаһы һайлап алыу ярыштары йомғаҡтары буйынса еңеүсе Кубогына эйә булған. Спортсыларҙы “Культурист”, олимпия резервының спорт мәктәбе һәм 2-се лицей-интернаты тренерҙары - Р. М. Ахунов, Ф. Р. Ахунова, И. Р. Гәрәева һәм И. Р. Казакулов әҙерләгән.