Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Декабрь 2025, 17:36

Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов донъяның иң яҡшы каратистары иҫәбенә инде

Өфө спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов донъяла иң яҡшы ун каратист иҫәбенә инде. 2025 йыл миҙгеле йомғаҡтары буйынса рейтингты Бөтә донъя карате федерацияһы иғлан итте.

Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов донъяның иң яҡшы каратистары иҫәбенә инде
Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов донъяның иң яҡшы каратистары иҫәбенә инде

Тәүге унау араһында Рәсәйҙән өс спортсы ғына бар, шул иҫәптән республикабыҙҙан Эрнест Шәрәфетдинов. Яҡташыбыҙ 75 килограмға тиклемге дивизионда дүртенсе урынды биләй.

Бынан алдараҡ Эрнест Шәрәфетдиновтың карате буйынса дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы булғайны.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас