Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март , 13:34

Яҡташыбыҙ Артур Собханғолов – донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә

Өфөнән Артур Собханғолов донъяның иң яҡшы боксерҙары халыҡ-ара рейтингында тәүге унау иҫәбенә инде. Рейтинг BoxRec порталында баҫылған, тип хәбәр итә республиканың бокс федерацияһы.

Яҡташыбыҙ Артур Собханғолов – донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә
Яҡташыбыҙ Артур Собханғолов – донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә

BoxRec порталы мәғлүмәттәре буйынса, Собханғолов Олимпия уйындары еңеүсеһе Энди Круз, донъяның көслө боксерҙары Лукас Бахди (Канада), Баходур Усманов (Үзбәкстан) һәм башҡалаларҙы уҙып китеп, 10-сы урынды биләй. Артурҙың иҫәбендә – 11 еңеү (5-һе – нокаут). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 февралдә ул 10 раундлы алышта Верджил Виторҙы (Филиппин) техник нокаут менән еңде.

Артур Собханғолов һүҙҙәренсә, киләһе алышты ул 25 апрелдә Өфөлә үткәрә.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас