Тест һөҙөмтәһендә 35,4 мең кеше алтын отличие билдәһе ала, 23 мең кеше көмөш, ә 23,5 мең кеше бронза менән бүләкләнә. Муниципалитеттар араһында иң юғары күрһәткестәрҙе Шишмә, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары күрһәтте.
- Башҡортостанда ГТО нормативтарын үтәүгә өлкән быуын кешеләрен әүҙем йәлеп итеү өсөн уникаль программа тормошҡа ашырыла. ГТО нормативтарын «алтын», «көмөш» һәм «бронза " ға үтәгән 60 йәштән өлкәндәргә физкультура-спорт ойошмаларына бушлай йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыла, – тип билдәләне Руслан Хәбибов. - Шуның арҡаһында ГТО нормативтарын үтәгән оло йәштәгеләр һаны 2022 йылдан алып 4,5 тапҡырға – 3 257 кешегә тиклем артҡан. Шулай уҡ 6-17 йәштәрҙәге инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, ГТО нормативтарын үтәгән махсус хәрби операция ветерандары сертификаттар алыу хоҡуғына эйә.
Вице-премьер хәбәр итеүенсә, 2026 йылда төбәк биләмәһендә «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер»комплексын үтәү өсөн тағы 15 майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Бынан тыш, Башҡортостан пилот төбәге сифатында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе күҙ уңында тотҡан ГТО комплексы һынауҙа ҡатнашасаҡ. Республика башлығы төбәктең Спорт министрлығы коллективына һөҙөмтәле эшләгәне һәм халыҡтың һаулығын нығытыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Муниципалитеттарҙа яңы майҙансыҡтар асыу Республика көнөнә планлаштырыла, - тине Радий Хәбиров.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Фотолар: интернеттан алынды.