

«Мин беҙҙең ҡыҙҙарҙың «Торнадо» командаһын еңеп, Башҡортостандың спорт еңеүҙәре төбәге булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлаған финал уйынында булыу бәхетенә ирештем. Тап «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы Башҡортостан спортын көслө итә», — тине Руслан Хәбибов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы финалда Воскресенскиҙан «Торнадо»ны 4:0 иҫәбе менән еңде. Башҡортостан хоккейсылары алты тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы һәм ете тапҡыр Рәсәй чемпиондары булды.