Ашҡаҙар
+12 °С
Облачно
Спорт
1 Июня , 06:30

Өфөнән йәш гимнастка Европа чемпионатында алтын һәм бронза миҙалдар яуланы

Өфөнән 15 йәшлек София Илтерәкова Варнала (Болгария) художестволы гимнастика буйынса Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды. Ул ҡулса менән күнекмәләрҙә алтын, ә туп менән күнекмәләрҙә бронза миҙалдар яуланы, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Олимпия комитеты.

Өфөнән йәш гимнастка Европа чемпионатында алтын һәм бронза миҙалдар яуланыӨфөнән йәш гимнастка Европа чемпионатында алтын һәм бронза миҙалдар яуланы
Өфөнән йәш гимнастка Европа чемпионатында алтын һәм бронза миҙалдар яуланы

София ҡулса менән дисциплинала беренсе булып сығыш яһаны һәм судьяларҙан 29,900 балл алды. Ул Белоруссиянан Алина Горноськоны һәм Италиянан София Раффаэлиҙы уҙып китте.

Әйткәндәй, йәш гимнастка быйыл тәүге тапҡыр өлкәндәр кимәлендә сығыш яһай. Был Европа чемпионаты Халыҡ-ара гимнастика федерацияһының (FIG) сикләүҙәрҙе бөтөрөүе менән дә иғтибарға лайыҡ. Рәсәй командаһы һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр йәнә үҙенең флагы һәм гимны аҫтында сығыш яһай алды.

Белешмә:

София Илтерәкова 2010 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү ҡалаһының олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Наталья Глемба етәкселегендә шөғөлләнә. Дүрт тапҡыр БДБ илдәре уйындары чемпионы, юниорҙар араһында БРИКС илдәре уйындары еңеүсеһе, Донъя кубогы һәм Европа чемпионаты этаптары призеры. Художестволы гимнастика буйынса илдең йыйылма командаһы составына инә, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас