+15 °С
Ясно


Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән муай-тай буйынса Рәсәй чемпионы Зарина Исламова Сингапурҙан һәм Гонконгтан спортсыларҙы еңеп, турнирҙың финалына сыҡты. Ике алыш та ваҡытынан алда тамамланды.
Тай боксы буйынса донъя чемпионатында Рәсәй данын 13 егет һәм 11 ҡыҙ яҡлай. Йәштәр араһында донъя чемпионатында 20 бала көс һынаша.