Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Спорт
25 Июня , 07:44

«Рәсәй – спорт державаһы» форумы Башҡортостандың спорт тормошон нисек үҙгәрткән?

Ике йыл элек Өфөлә тәүге тапҡыр «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үтте. Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов был тарихи ваҡиғаның республиканың спорт тормошон нисек үҙгәртеүе, форум барышында асылған спорт объекттарының үҫеше хаҡында һөйләне.

«Рәсәй – спорт державаһы» форумы Башҡортостандың спорт тормошон нисек үҙгәрткән?«Рәсәй – спорт державаһы» форумы Башҡортостандың спорт тормошон нисек үҙгәрткән?
«Рәсәй – спорт державаһы» форумы Башҡортостандың спорт тормошон нисек үҙгәрткән?

Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Өфөлә өс ҙур спорт объекты төҙөлдө: Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы комплексы.

«Беҙ был эштең һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Бөгөн был спорт объекттарында меңләгән бала һәм спортсы шөғөлләнә, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар үткәрелә, Рәсәй йыйылма командалары өсөн күнекмәләр уҙғарыла. Был объекттар балаларға тыуған республикаһынан ситкә китмәйенсә үҫергә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн мөмкинлек бирә», — тине Хәбибов.

Июль аҙағынан башлап спорт объекттары йәнә илдең төп ярышын — иң көслө спортсылар араһында үткән Рәсәй халыҡтарының Спартакиадаһын ҡабул итәсәк. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары билдәләүенсә, был — республика ике йыл элек башҡарған эшкә иң юғары баһа. Форумдың мираҫы йәшәй, үҫешә, кешеләргә файҙа килтерә.

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас