Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно
Спорт
17 Августа , 12:45

Венер Ғәлиев AСА турнирында Бразилия спортсыһы Фелипе Фроесты еңде

Башҡортостан көрәшсеһе Венер Ғәлиев AСА турнирында Бразилия спортсыһы Фелипе Фроесты еңде. 51 йәшлек Ғәлиев беренсе раундтың һуңғы секундында АСА-ның элекке чемпионын нокаутҡа ебәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Венер Ғәлиев AСА турнирында Бразилия спортсыһы Фелипе Фроесты еңдеВенер Ғәлиев AСА турнирында Бразилия спортсыһы Фелипе Фроесты еңде
Венер Ғәлиев AСА турнирында Бразилия спортсыһы Фелипе Фроесты еңде

«Өс аҙна элек өс ҡабырғамды һындырҙым. Алыштан баш тартырға уйлағайным, әммә тренерым менән ошо аҙым барырға булдыҡ. Еңеремә ышаныуы ҡыйын ине», — тине Венер Ғәлиев алыштан һуң.

Венер Ғәлиев сығышы менән Стәрлетамаҡтан. Хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, панкратион буйынса донъя чемпионы һәм универсаль алыш буйынса Европа чемпионы. ММА ветеранының активында – 38 еңеү һәм 15 еңелеү.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас