

29 йәшлек Вилдан Минасов финалға тиклем Үзбәкстандың ике боксерын нокаутҡа ебәрҙе. Минасовтың сағыу еңеүҙәренән һуң Рәсәйҙең күп бокс белгестәре уны «башҡорт һәм мейәс мексиканы» тип атаны. Вилдан сығышы менән Учалы районының Ҡорама ауылынан булһа, бөгөн Мейәс ҡалаһында йәшәй һәм «Олимп» бокс залында шөғөлләнә.
Финал ярышын Минасов үҙенең ғәҙәттәгесә стилендә башланы: юғары тиҙлек һәм бер туҡтауһыҙ һөжүм. Башҡорт егетенең буйға оҙонораҡ булыуы уға ныҡлы өҫтөнлөк бирҙе. Вилдан дәғүәсеһен яҡын ебәрмәй, алыштың аҙағынаса дистанцияны һаҡларға тырышты. Владикавказ егете лә бирешерлек түгел ине, өсөнсө раундта кинәт контратака яһап, Минасовтың ҡашын емерә һуҡты. Әммә алыштың икенсе яртыһында Вилдан һөжүмде көсәйтте, Согояндың уларға ҡаршы тора алһа ла, артабан яуап бирергә хәле ҡалманы.
Алыш бөтә ун раунд дауам итте, һөҙөмтәлә судьялар бер тауыштан Минасовты еңеүсе тип иғлан итте. Был еңеү башҡорт боксерына WBA (Бөтә донъя бокс ассоциацияһы) рейтингының тәүге 15 боксеры иҫәбенә инергә мөмкинлек бирҙе.
Биргән интервьюһында Вилдан Минасов өсөнсө раундта еңеүҙән ҡолаҡ ҡаға яҙыуын белдерҙе.
«Өҫтөнлөктө үҙ яғына алған мәлдәре лә булды. Хатта алыш көтөлмәгән боролош менән тамамланырға мөмкин ине. Өсөнсө раундта Тигран көслө итеп һуҡҡандан һуң минең ҡашым йыртылды. Әгәр күҙем ябылған булһа, табиптар алышты туҡтатыр ине. Командабыҙҙағы катмен һәр тәнәфестә ҡанды туҡтатып, шеште таҙаланы һәм күҙемде асты. Тик уның ярҙамы менән генә алышты дауам итә алдым һәм еңеп сыҡтым», — тип һөйләне Вилдан.
Минасов киләһе алышта әлегә кем осрашырын белмәй. Бөтә донъя бокс ассоциацияһы рейтингынан боксерҙы тәҡдим итеүҙәр ихтимал. Ә, бәлки, хатта башҡорт боксеры, Рәсәйҙә еңел ауырлыҡта алдынғылыҡ бирмәүсе Артур Собханғолов менән дә ярышыу насип булыр. Әммә яҡын арала был көтөлмәй, беҙ ике төрлө юлдан барабыҙ, тине Вилдан.
Вилдан Минасов 2018 йылдан профессиональ рингта сығыш яһай. Уның иҫәбендә 17 алыш, 16 еңеү, шуларҙың 10-ын нокаут менән еңгән.
Белешмә: Абруйлы турнир Рәсәй баҡыр компанияһы ярҙамында үткəрелде. RCC Boxing Promotions — Рәсәй бокс промоушенында донъяның һәм Рәсәйҙең алдынғы боксерҙары ярыша.
Башинформ.