

Богдан Мозговой алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы. Андрей Николаев Европа чемпионы һәм ике тапҡыр бронза призёр булды. Игорь Бобырев республикабыҙға тағы бер алтын миҙал килтерҙе.
Милли команда өсөн һөҙөмтә айырыуса әһәмиәтле, тип билдәләне Руслан Хәбибов. Тарихта беренсе тапҡыр Рәсәйҙең йыйылма командаһы паралимпия йөҙөүе буйынса Европа чемпионатында дөйөм команда зачетында еңеүгә өлгәште. Рәсәй спортсылары, Италия һәм Украина йыйылма командаларын уҙып китеп, 92 миҙал (33 алтын, 39 көмөш һәм 20 бронза) яуланы.
«Спортсыларҙы, уларҙың тренерҙарын һәм Рәсәйҙең йыйылмаһы командаһын тарихи һөҙөмтә менән ҡотлайым! Башҡортостан йөҙөүселәренең ете миҙалы – Рәсәйҙең ҙур еңеүенә лайыҡлы өлөш», — тине Руслан Хәбибов.