

Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһы хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың аҙыҡ-түлек сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин иткәндә федераль ҡануниәт үтәлешен тикшерҙе.
Күҙәтеү ведомствоһы тарафынан, Роспотребнадзор белгестәрен йәлеп итеп, федераль ҡануниәт талаптарына ҡарамай, ҡала кафеларының береһендә йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткән хужалыҡ итеүсе субъекттың күп һанлы санитар-эпидемиология ҡануниәтен боҙоуҙар менән эшмәкәрлек алып барыуы асыҡлана.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ҡала прокуратураһы хужалыҡ итеүсе субъект етәксеһенә ҡануниәтте боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында тәҡдим индерҙе, ул ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде, асыҡланған боҙоуҙар бөтөрөлгән, вазифалы кешеләр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Артур САДИҠОВ,
БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.