

Бөгөн, 30 июндә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +26,+31°.
Шәмбе, 1 июлдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +26,+31°.
Йәкшәмбе, 2 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10,+15°, көндөҙ +20,+25°.
Башинформ.