Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Июля 2023, 08:15

Башҡортостандың өс районында һәм ике ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Башҡортостанда «Дүртөйлөмелиоводстрой» төбәк операторының хеҙмәтләндереү зонаһына ингән ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың өс районында һәм ике ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелдеБашҡортостандың өс районында һәм ике ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Башҡортостандың өс районында һәм ике ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Унда билдәләнеүенсә, Краснокама, Яңауыл, Тәтешле райондарында, шулай уҡ Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыуҙы туҡтатыу сәбәпле урындағы халыҡтың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янай, йоғошло ауырыуҙар таралыу хәүефе бар. Шуға күрә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү территориаль системаһының көстәре һәм саралары юғары әҙерлек режимында булырға тейеш. Ғәҙәттән тыш хәл режимы махсус бойороҡҡа тиклем ғәмәлдә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас