

1. Туғандарығыҙ белһен
Ярты быуатҡа тиң стажға эйә бәшмәксе булһағыҙ ҙа, кемгәлер әйтмәйенсә, урманға юлланмағыҙ. Ҡайһы тарафҡа барыуығыҙҙы яҡындарығыҙ йәки күршеләрегеҙ белергә тейеш. Аҙашһағыҙ, һеҙҙең юҡлыҡты белгән һәм ҡайһы ерҙән эҙләргә кәрәклекте әйтә алған кеше булһын.
2. Рюкзак әҙерләгеҙ
Алдан уйлағыҙ: тәү сиратта, һеҙгә ниндәй әйберҙәр кәрәк буласаҡ? Бәлки, йәшәү өсөн мөһим дарыу ҡабул итәһегеҙҙер, ул саҡта мотлаҡ рәүештә запас менән һалып алығыҙ. Йод менән бинт, шырпы алығыҙ, уларҙы һыу үтмәҫлек итеп урағыҙ. Шулай уҡ ямғырҙан һаҡлаған плащ, һыҙғыртҡыс кәрәк. Быларҙың барыһы ла еңел әйберҙәр, күп урын алмай. Кеҫә телефоны тулы зарядлы һәм баланста аҡсаһы етерлек булһын. Әгәр портатив зарядлау ҡорамалы бар икән, уны ла алығыҙ, сөнки интернет тотороҡло булмаһа, телефон зарядын тиҙ сарыфлай. Ашау өсөн ризыҡ, ә иң мөһиме, һыу мотлаҡ булһын.
3. Сағыу кейемдә булығыҙ
Урманға походҡа юлланғанда күптәр камуфляж формаһындағы кейем һайлай. Йәнәһе, уңайлы, бысранып бармай. Әммә, юғалһағыҙ, костюмдың төҫтәре һеҙҙең файҙаға булмаясаҡ. Ҡотҡарыусыларға кешене сағыу кейем буйынса табыу еңелерәк. Төҫлө куртка йәки кепка һайлағыҙ. Аяҡ кейеме уңайлы булһын. Бейек ҡуныслы булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
4. Юлға иртәрәк сығығыҙ
Был ҡағиҙәнең ике ыңғай яғы бар. Беренсенән, иртәрәк барһағыҙ, бәшмәк йыйыуҙы яҡты мәлдә башҡарып, ҡараңғыға ҡалмаясаҡһығыҙ, тимәк, аҙашыу хәүефе лә кәмей. Икенсенән, иртә таңдан бәшмәк эшләпәләре ысыҡтан ялтырай һәм уларҙы табыу еңелерәк.
Мотлаҡ табыш менән ҡайтырһығыҙ.
5. Кәрзин һәм бысаҡ онотмағыҙ
Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге һәм именлеге өсөн ныҡлы таныған бәшмәкте генә йыйығыҙ. Был эш өсөн иң ҡулай һауыт – кәрзин. Биҙрә һәм полиэтилен ҡапсыҡтар ярамай, сөнки уларға һауа инмәй һәм бәшмәктәр тиҙ боҙола. Бысаҡ менән файҙаланығыҙ: ҡырҡҡан саҡта бәшмәктең ҡортломо, түгелме икәнен дә күрерһегеҙ. Ҙур бәшмәктәрҙе йыйыу менән мауыҡмағыҙ. Ғәҙәттә улар боҙолған була.
6. Уңышты тиҙ арала эшкәртегеҙ
Өйҙә бәшмәкте мөмкин тиклем тиҙерәк эшкәртергә кәрәк. Бер тәүлектән һуң бөтә уңышты сүп-сар биҙрәһенә ташларға тура киләсәк, сөнки бәшмәктәр ашарға яраҡһыҙға әйләнәсәк. Әгәр эшкәртеп бөтә алмаһағыҙ, ҡалғанын киптерегеҙ йәки туңдырығыҙ.
Бәшмәк йыя башлаусыға нимәләрҙе белергә кәрәк?
Тәжрибәле бәшмәкселәр ҙә яңылыша! Шикләнһәң – өҙмә! Әгәр алдыңда ниндәй бәшмәк үҫеп ултырғанын белмәһәң, бик һирәк осраған төргә оҡшаһа ла, ҡырҡып алмауың хәйерле.
Урманға тәүге походтарға тәжрибәле бәшмәксе менән барырға тырышығыҙ.
Башта бәшмәктең көпшәле төрҙәренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Уларҙың эшләпәһе аҫтындағы өлөшө губканы хәтерләтә. Бындай бәшмәктәр араһында ағыулылары һирәк осрай. Ундайҙарға ҡайын, уҫаҡ бәшмәге ҡарай.
Бәшмәктәр урманда ғына үҫә, тип уйламағыҙ. Бәшмәкле урындарҙың уйламаған ерҙә, мәҫәлән, ҙур булмаған ағаслыҡта ла булыуы ихтимал. Яҡтылыҡ һәйбәт төшкән, тәпәш үлән үҫкән урындарҙа бәшмәккә бай аҡландар йыш осрай.
Юл буйҙарынан, сәнәғәт предприятиелары, тимер юлы янында бәшмәк йыймағыҙ. Улар, губка һымаҡ, тирә-яҡ мөхиттәге бөтә матдәләрҙе үҙенә һеңдерә. Һөҙөмтәлә бәшмәктә нитраттар ҙа, пестицидтар ҙа, ауыр металдар ҙа булыуы бар.
Урманға юлланыр алдынан мотлаҡ һауа торошона күҙәтеү менән танышығыҙ. Әгәр синоптиктар ямғыр йәки йәшен вәғәҙә итһә, сәйәхәтегеҙҙе кисектереп тороғоҙ.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Башҡортостан Рәсәйҙең иң бәшмәкле төбәктәре иҫәбенә инде
11 августа билдәләнгән Аҡ бәшмәк көнөндә ТВИЛ.РУ ял өсөн торлаҡ бронләү сервисы шундай һорау алыу үткәрҙе: ниндәй төбәкте иң бәшмәкле яҡ тип һанайһығыҙ? Башҡортостан был һорау алыуҙа 11 процент тауыш йыйып, өсөнсө урынды алды. Беҙҙән алда – Карелия һәм Архангельск өлкәһе. Яуап биреүселәр билдәләүенсә, республикала һары бәшмәк (лисичка), рядовка, гөрөздә һәм, әлбиттә, аҡ бәшмәк йыш осрай. Өфө районының Дмитриевка ауылы янында – ерән бәшмәк, Николаевка ауылы тирәһендә гөрөздә һәм йөнтәҫ бәшмәк (волнушка) йыйырға мөмкин. Был урындарҙан тыш та республикабыҙҙа бәшмәкле ерҙәр етерлек.