Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Сентябрь 2023, 07:11

Балалар аллеяһы ла бар беҙҙә!

“Йәшел Башҡортостан”. Акцияның исеме үк сафлыҡҡа, матурлыҡҡа саҡырып тора. Ғәмәлдә лә ултыртылған ағастар ҡалабыҙҙы йәмлерәк итә, үҫеп етеп, киләсәктә был үҫентеләр һулар һауабыҙҙы ла таҙартасаҡ әле!

Балалар аллеяһы ла бар беҙҙә!Балалар аллеяһы ла бар беҙҙә!
Балалар аллеяһы ла бар беҙҙә!

Шул уҡ ваҡытта экологик акцияның тәрбиәүи әһәмиәте лә ултыртылған ағас әһәмиәтенән ҡайтыш түгел. Мәҫәлән, был изге эштә ҡатнашырға теләүселәрҙең йылдан-йыл йышая барыуы халыҡтың, ни генә тимәһендәр, барыбер ҙә тирә-яғына, тыуған еренә ҡарата һаҡсыллығын, иғтибарын күрһәтә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға берҙәм һәм дәррәү ярҙам йыйған кеүек, әүҙем рәүештә акцияға ҡушылып, әҙерләгән үҫентеләрҙе ергә тамырландырыуы кешеләрҙең берҙәмлеккә ынтылыуын да сағылдыра төҫлө. Ҡала буйлап бер нисә урында йәйелдерелгән был акцияла стәрлетамаҡтарҙың тотош ғаиләләре, дуҫтары, коллегалары менән ҡатнашыуы йәнә ошо хаҡта һөйләй.

Барыһынан бигерәк көрәктәргә, үҫентеләргә мәктәп уҡыусыларының, хатта мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың кем уҙарҙан тотоноуы киләсәгебеҙ өсөн тыныс һуларға сәбәп бирмәй ҡалмай. Был көндө әлеге быуындың үҙ аллеяһы ла барлыҡҡа килде: Балалар аллеяһы! 31-се балалар баҡсаһы янында егерме төп ҡарама ағасынан хасил булды ул аллея. Әйткәндәй, исемле аллеялар ултыртыу ҡалабыҙҙа үҙе матур бер йола булып тора. Мәҫәлән, былтыр Машиналар эшләүселәр аллеяһы барлыҡҡа килде, унан алда Химиктар аллеяһы, Ветерандар аллеяһы инде ҙур ағастар менән уратылған – барыһы ла Стәрлетамаҡты йәшеллеккә күмеп ултыра.

Йәмғеһе 400-ҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылды был көндө. Шул иҫәптән элекке йылдарҙа ултыртылып, төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡороп ҡалған ағастар ҙа яңыларына алмаштырылды.

Рәмил МАНСУРОВ.
Григорий МЕЛЬНИКОВ фотолары.

Балалар аллеяһы ла бар беҙҙә!
Балалар аллеяһы ла бар беҙҙә!
Балалар аллеяһы ла бар беҙҙә!
Автор:
Читайте нас