Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Октября 2023, 03:00

Ай башы йылы була әле!

Иртә килгән эҫе йәйҙән һуң ҡыш та оҙаҡ көттөрмәҫ тип уйланыҡ. Әммә, синоптиктар фаразына ҡарағанда, октябрҙә генә ҡыш булмай әле.

Ай башы йылы була әле!Ай башы йылы була әле!
Ай башы йылы була әле!

Ғәҙәттә октябрь айы сыуаҡ көндәре менән ҡыуандыра, икенсе “әйбейҙәр сыуағы” быйыл да булмаҡсы. Һәр хәлдә, ай башында йылы көндәр һөйөндөрмәксе. Фараз буйынса көндөҙ хатта 22 градусҡаса йылытасаҡ. Был мәлдәрҙә төндә иһә +10 градус булыр.

Шулай ҙа көндәр салт аяҙ ғына тормаҫ, йылы булһа ла болоттар “күҙәтеп” кенә йөрөр, айҙың икенсе яртыһында ямғыр яуып алһа, аҙағында ҡар бөртөктәре лә вәғәҙә итә синоптиктар.
Һәр миҙгелдең үҙ мәле – октябрь һәр йылдағыса үҙ хоҡуғында булыр тип өмөт итәйек.

Р. ӘРМЕТОВ.

Э. Фәттәхов фотоһы.

Автор:
Читайте нас