Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Октябрь 2023, 04:05

Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә...

(Һынамыштар)   Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә. Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.

Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә...Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә...
Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә...

1 октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан иҫһә, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан иҫһә, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.

1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.

1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.

8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә, тиҙ иреп бөтәсәк.

23 октябрҙә ураҡ ай остары менән төнъяҡҡа ҡараһа – ҡыш тиҙ килер, ҡар ҡоро ергә ятыр, ә көньяҡҡа ҡараһа – ҡыш ҡабаланмаҫ, көндәр йонсоу, бысраҡ булыр.

Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.

Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.

Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр.

Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыш-тың ҡары аҙ булыр.

Әгәр көҙөн ҡырмыҫҡа иләүе ҙурайһа, ҡыш ҡырыҫ булыр.

Э. Фәттәхов фотоһы.

Автор:
Читайте нас