Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
4 Октябрь 2023, 12:00

Көҙгө урмандың биш төрлө хәүефе

Быйылғы көҙҙәге йылы көндәр һәр кемде урман-ҡырға тарта. Әле унда бигерәк матур! Әммә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре һуңғы аҙналарҙа урманда тиҫтәләрсә кешенең, айырыуса бәшмәкселәрҙең, юғалыу осраҡтары тураһында хәбәр итеп кенә тора. Бәхеткә күрә, юғалыусыларҙың барыһы ла имен-һау табылған, ә бындай күңелһеҙ хәлгә тарыуҙың төп сәбәбе башлыса ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүгә бәйле.

Көҙгө урмандың биш төрлө хәүефеКөҙгө урмандың биш төрлө хәүефе
Көҙгө урмандың биш төрлө хәүефе

1. Бәшмәктәр

Алда билдәләүебеҙсә, урманда иң күбе бәшмәкселәр аҙаша. Әйткәндәй, статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, юғалыусыларҙың күбеһе – оло йәштәге ир-егеттәр. Улар йыш ҡына, хәл-әхүәленә ҡарамайынса, дарыу-фәлән алмайынса урманға юллана.

Тәбиғәткә сығыр алдынан мотлаҡ был хаҡта яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ, улар һеҙҙең ҡайҙа, күпме ваҡытҡа киткәнегеҙҙе белергә тейеш. Һауа торошо ни тиклем матур булмаһын, сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы бу- лығыҙ, еңелсә хәлһеҙлек тойһағыҙ ҙа, үтә алыҫҡа юлланмағыҙ.

Һәм, әлбиттә, әлеге миҙгелдең төп ҡағиҙәһен онотмағыҙ: үҙегеҙ танымаған бәшмәкте йыймағыҙ. Әгәр был шөғөлгә яңыраҡ тотонған булһағыҙ, тәжрибәле бәшмәксене иптәшкә саҡырығыҙ.

2. Ҡыр хайуандары

Быйыл ҡыр хайуандарының кешеләр янына килеп сығыуына бәйле осраҡтар айырыуса күп. Туристар, бәшмәкселәр ҡоралай, мышы, хатта айыу менән осрашыуы тураһында йыш хәбәр итә. Күптән түгел Өфөләге “Ял” кафеһы янында йөрөгән айыуҙы видеояҙмаға төшөрөп алғандар ине. Белгестәр быны хайуандарҙың миграцияһы менән аңлата: йәш кейектәр үҙҙәренә яңы биләмә эҙләй. Әлбиттә, бер кемдең дә йыртҡыс менән осрашырға теләге юҡ. Көҙгөһөн тейешенсә май запасы туплап өлгөрмәгән айыуҙар агрессив булыуы ла бар. Ашарға эҙләгән йыртҡыс умарталыҡҡа, малға, хатта кешегә лә һөжүм итеүе ихтимал.

Әгәр айыу ауыл тирәһенә барып сыҡһа, кешеләргә осрамаҫ өсөн үҙен һаҡ тота, ә инде урманда, йыртҡыстың биләмәһендә, киреһенсә, беҙгә һаҡлыҡ күрһәтеү талап ителә. Урман төпкөлөнә инмәгеҙ, йәнлектәрҙе өркөтөр өсөн мөмкин тиклем ҡысҡырып һөйләшегеҙ, ағастарға таяҡ менән һуға-һуға атлағыҙ. Шулай ҙа, көтмәгәндә айыу менән осрашһағыҙ, ғауғаға бирелмәгеҙ. Ипләп кенә артҡа табан шылығыҙ, йүгерергә ярамай!

3. Сысҡандар

Көҙгө урманда ҡыҙғылт-һары япраҡтар тотоп фотоға төшөү, уларҙы ҡыштырҙатып атлап йөрөү – үҙе бер матурлыҡ! Әммә был шөғөл хәүеф менән янауы ла бар. Беренсенән, ҡоро япраҡта аллергия тыуҙырған бәшмәктәр булыуы ихтимал, икенсенән, сысҡан биҙгәге йоҡтороу хәүефе ҙур (республикала был сиргә бәйле хәл-торош көсөргәнешле). Үләндә, ерҙәге япраҡтарҙа сысҡандың эшмәкәрлек ҡалдыҡтары һаҡланыуы мөмкин. Улар, үпкәгә эләгеп, сир сығанағына әйләнә.
Урманда япраҡтарҙы йыйып алып өҫкә ташлауҙан, ботаҡ йәки кипкән үлән сәйнәүҙән тыйылығыҙ. Ҡулығыҙ менән битегеҙгә теймәҫкә тырышығыҙ, өйгә ҡайтыу менән яҡшы итеп һабынлап йыуынығыҙ.

4. Талпандар

Көҙгөһөн талпан, себен һәм серәкәй кәмергә тейеш кеүек, әммә тап ошо ваҡытта улар айырыуса хәүефлегә әйләнә. Урманға барғанда репелленттар ҡулланығыҙ, тәнегеҙҙең асыҡ урындарын һаҡлағыҙ. Ҡаҙалған талпанды тартҡыламағыҙ. Әгәр үҙаллы сығара алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ, йәрәхәт пунктына барығыҙ. Үҙегеҙ менән бөжәкте һалырға берәй таҙа һауыт алығыҙ. Артабан уны тикшереүгә бирегеҙ, сөнки талпандар инвалидлыҡ осрағына килтергән энцефалит һәм боррелиоз кеүек ҡурҡыныс сирҙәр сығанағы булыуы ихтимал. Ауыр эҙемтәнән ваҡытында башланған дауаланыу ғына ҡотҡара ала.

5. Һауа торошоноң үҙгәреүе һәм ҡараңғылыҡ

Көҙгөһөн һауа торошон алдан күҙаллау ҡатмарлы. Ошолай ҙа булыуы бар: рәхәтләнеп урманда йөрөп ятҡанда, еңелсә ямғыр яуып үтә һәм ҡайтыр юл үтеп булмаҫлыҡҡа әйләнә. Әгәр кейем һыуланһа, өшөп, сирләй башларға ла мөмкин. Шуға күрә урманға барғанда үҙегеҙ менән мотлаҡ йылы кейем, шырпы һәм фонарь алығыҙ. Көҙгө көн ҡыҫҡа, тиҙ ҡараңғы төшә, кейемдә, айырыуса балаларҙыҡында яҡтылыҡты кире сағылдырған билдәләр булһын. Уларҙың булыуы урманда йөрөгәндә генә түгел, ауыл-ҡала биләмәһендә лә бик мөһим, сөнки ошондай билдәләр кешене ҡараңғы мәлдә алыҫтан күрергә булышлыҡ итә.

! Әгәр кеше йәшәгән тораҡ биләмәгә йыртҡыс йәнлектәр килеүен күрһәгеҙ, был хаҡта 112 телефоны аша йәки БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының оператив дежур хеҙмәтенә –

8 (347) 218-04-30 шылтыратығыҙ.

Талпанды тикшереү өсөн ҡайҙа алып барырға мөмкин:

  Өфө – Шәфиев урамы, 7-се йорт,
  Бөрө – Калинин урамы, 18,
  Стәрлетамаҡ – Революцион урамы, 2а,
  Туймазы – Урмансы Морозов урамы, 1,
  Нефтекама – Социалистик урамы, 10.

 

Кешеләр күберәк ҡайһы тарафтарҙа юғала

1. Белорет районы (Айғыр, Ирәктәш ҡаялары, Ирәмәл, Еләкташ тауҙары)
2. Өфө (Блюхер урамы, Башҡортостан сәскәләре, 8 Март, Шакша биҫтәләре янындағы урмандар)
3. Әбйәлил районы
4. Өфө районы
5. Краснокама районы

Автор:
Читайте нас