Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Октябрь 2023, 06:45

Башҡортостанға ҡарлы ямғыр килә

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостанға ҡарлы ямғыр киләБашҡортостанға ҡарлы ямғыр килә
Башҡортостанға ҡарлы ямғыр килә

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.

19 октябрҙә республикала урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, +2 градус, көндөҙ +3,+8.

20 октябрҙә урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуа, төндә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, + 2, көндөҙ +3, +8 градус.

Эльдар Фәттәхов фотоһы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-18/bash-ortostan-a-arly-yam-yr-kil-3482486

 

Автор:
Читайте нас