Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
20 Октябрь 2023, 06:13

Ял көндәрендә республикала һауа торошо боҙола

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ял көндәрендә республикала һауа торошо боҙолаЯл көндәрендә республикала һауа торошо боҙола
Ял көндәрендә республикала һауа торошо боҙола

Шәмбе төндә, 21 октябрҙә, бер аҙ ямғыр, епшек ҡар яуыуы ихтимал. Көндөҙ ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, + 2, көндөҙ +2,+7 градус.

Йәкшәмбе, 22 октябрҙә, төндә ямғыр, епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә . Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, + 2, көндөҙ 0, +5 градус.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-20/yal-k-nd-rend-respublikala-aua-torosho-bo-ola-3485953

 

Автор:
Читайте нас