

2 ноябрь ергә ҡар ҡоро төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтмәгән булһа, ул тиҙҙән ирей.
5 ноябрҙә ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята
9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр.
Көн аҙағында ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер.
Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.
Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.
Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.