Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Ноябрь 2023, 05:43

Республикала томан, ямғыр һәм көслө ел көтөлә

Синоптиктар фаразлауынса, кесаҙна, 9 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә.

Республикала томан, ямғыр һәм көслө ел көтөләРеспубликала томан, ямғыр һәм көслө ел көтөлә
Республикала томан, ямғыр һәм көслө ел көтөлә

Көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы +2, +7°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында иртән томан төшөүгә бәйле 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе фаразлана.

Йома, 10 ноябрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ урыны менән көслө ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Төндә -2, +3°, көндөҙ +1, +6°.

Шәмбе, 11 ноябрҙә, төндә ямғыр, көндөҙ бер аҙ ямғыр, урыны менән ҡарлы ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4°, көндөҙ +1, +6°.

Эльдар Фәттәхов фотоһы.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-09/toman-yam-yr-m-k-sl-el-respublikala-y-sh-sel-r-e-g-re-s-n-aua-torosho-k-t-3512558

 

Автор:
Читайте нас