Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Ноябрь 2023, 11:00

Алдағы ял көндәрендә -3 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар фаразлауынса, йома, 10 ноябрҙә, көндөҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы +2, +7°.

Алдағы ял көндәрендә -3 градусҡаса һыуытаАлдағы ял көндәрендә -3 градусҡаса һыуыта
Алдағы ял көндәрендә -3 градусҡаса һыуыта

Шәмбе, 11 ноябрҙә, бер аҙ ямғыр яуа, көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә һәм көндөҙ 0, +5°.

Йәкшәмбе, 12 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, +2°, көндөҙ 0, +5°.

 

Эльдар Фәттәхов фотоһы.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-10/respublikala-alda-y-yal-k-nd-rend-3-gradus-asa-yuyta-3514743

 

Автор:
Читайте нас