Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Ноябрь 2023, 10:00

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә йонсоу һауа торошо хаҡында иҫкәртә

28 ноябрҙә Башҡортостанда боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге урыны менән секундына 17 метрға етеүе, юлдарҙың айырым участкалары тайғаҡ булыуы фаразлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә йонсоу һауа торошо хаҡында иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә йонсоу һауа торошо хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә йонсоу һауа торошо хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ епшек ҡар һәм ямғыр, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар. Юлдар тайғаҡ.

Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, төндә урыны менән секундына 17 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, -5, көнсығышта -10, көндөҙ +3, -2.

Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-27/epshek-ar-bo-lauy-tt-n-tysh-h-ld-r-ministrly-y-y-n-yonsou-aua-torosho-ha-ynda-i-k-rt-3539857

 

Автор:
Читайте нас