

Ҡарһыҙ декабрь – ҡоро яҙ.
Декабрь башында көслө бурандар булып, ҡар яуһа, июнь башында ямғырҙар була.
12 декабрҙә ҡар яуһа, буран 19 декабргә тиклем һуҙыла.
13 декабрь төнө йылғаларға, күлдәргә барып, һыуҙы тыңлағандар: һыу тыныс икән – ҡыштың яҡшы булыуына, шаулы – көслө һыуыҡтарға һәм бурандарға.
22 декабрҙә көн аяҙ булып, ҡар яуһа – йылы ҡышҡа ишара.
25 декабрь ҡыштың иң ҡаты һыуыҡтары һәм бурандар башланған көн тип иҫәпләнә.
26 декабрҙән башлап 12 көн һыуыҡ була икән, ҡыш сатнама һалҡын килер.
29 декабрь иртән көслө һыуыҡ икән, ул 19 ғинуарға тиклем һуҙыла.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.