Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Декабрь 2023, 15:12

Декабрь декабрь булыр ул

Ҡышҡа аяҡ баҫтыҡ, календарҙә генә түгел, әлбиттә, ниһайәт, ноябрь йылыһын декабрь һалҡындары алыштырҙы.

Декабрь декабрь булыр улДекабрь декабрь булыр ул
Декабрь декабрь булыр ул

Ноябрь ҡапыл һыуытып алды һәм шаяртты буғай, автомобилистәр “тимер аттарына” ҡышҡы тәгәрмәс кенә кейҙергәйне, умартасылар умарталарын йылыға ҡына ҡуйғайны, баҡсасылар көҙгө уңыш тултырылған баҙҙарының ауыҙҙарын нығытып ҡына өлгөргәйне, йәнә йылы көндәр килде. Хатта +9 градусҡаса тиклем йылытып, сағыу ҡояш йылмайып алды.

Хәйер, тәбиғәттең шаяртыуын йәки декабрь айында ла ҡапыл йылытып, боҙ ҡаласыҡ еүешкә әйләнеп, үлән йәшәргәнен дә күргән бар. Ә бына быйылғы декабрь нисек булыр һуң?

Синоптиктар фаразлауынса, уртаса, яҡшы ҡыш айы килергә оҡшай. Стәрлетамаҡ ҡалаһында, мәҫәлән, -30,-40 градуслыҡ ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй, иң ҡаты һыуыҡтар ҙа -20-ме тирәһе. Әйткәндәй, Яңы йыл төнө лә -20-25 тирәһе һалҡын буласаҡ. Шулай ҙа ай урталарында “плюскә” етәм-етәм тип ҡуя градус – был көндәрҙә юлдарҙа ғына түгел, йорт араларында ла һаҡ булырға кәрәк булыр: күп ҡар, һырынтылар, электр сымдарына ҡар йәбешеүе һәм емшек ҡар бураны вәғәҙәләй синоптиктар. Ғөмүмән, декабрь ҡарға мул булырға оҡшай, иреп кенә бөтә күрмәһен.

Ҡыштың артабанғы айҙары ла нормаға ярашлы итеп, уртаса килһен инде.

Декабрь декабрь булыр ул
Декабрь декабрь булыр ул
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас