

1. Планға ярашлы йәшәгеҙ
Ял көндәрендә тәбиғәттә булғы, туғандарға ҡунаҡҡа барғы йәки һунарға сыҡҡы килә. Уй-ниәтегеҙҙе мотлаҡ һауа торошона ҡарап билдәләгеҙ. Сасҡау һыуыҡта, көслө ел булғанда, ҡар яуғанда өйҙә ҡалырға тырышығыҙ, балыҡҡа йәки һунарға барыуҙы кисектереп тороғоҙ. Әгәр, бер нигә ҡарамай, ҡайҙалыр барырға кәрәкһә, телефонығыҙ тулы зарядлы булһын, үҙегеҙ менән пауэрбанк, запас яғыулыҡ, ризыҡ һәм йылы кейем алығыҙ. Машинағыҙҙа буксирға алыу өсөн арҡан, ремонт өсөн кәрәкле инструменттар ятһын.
2. Һауа торошона ҡарап кейенегеҙ
Һыуыҡта өшөп, сирләү хәүефен арттырғансы, дөрөҫ һәм йылы кейенеп, урамда, тәбиғәттә булыуҙан күңелгә рәхәтлек алырға мөмкин. Хатта һыуыҡта ла. “Насар һауа торошо булмай, насар кейем генә була”, ти бит халыҡ әйтеме. Ҡалын свитер кеймәгеҙ! Унан файҙа аҙ. Һыуыҡ көндә бер нисә ҡат кейем кейеү яҡшыраҡ, улар араһындағы һауа йылыны һаҡлай. Еңел, беше, тәбиғи туҡыманан йәки йөндән эшләнгән кейем – иң яҡшыһы. Мәҫәлән, тәүҙә термокейем йәки йоҡа футболка, артабан ике ҡат еңел свитер, йылы салбар йәки йөн туҡыманан итәк, пальто кейегеҙ. Башлыҡтың булыуы мотлаҡ, сөнки баш кейеменең булмауы йылылыҡты юғалтыуҙы 30 процентҡа көсәйтә. Ҡан йөрөшөнә зыян итмәҫ өсөн аяҡ кейеме ҡоро һәм иркенерәк булырға тейеш. Йылы йөн йәки ике ҡат кизе-мамыҡ ойоҡбаш кейегеҙ.
3. Ашап йылынығыҙ
Һалҡын мәлдә организмдың энергияһы етһен өсөн дөрөҫ туҡланырға кәрәк, ти Роспотребнадзор белгестәре. Калориялы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Менюла мотлаҡ һимеҙ балыҡ, үҫемлек майҙары, сәтләүектәр, йәшелсә-емеш, ярмалар булһын.
Һимеҙ булмаған ит, һөт ризыҡтары, ҡуҙаҡлы культуралар иммунитетты нығыта. Шыйыҡлыҡты етерлек ҡулланыу организмды һыуһыҙлыҡтан һаҡлай. Һыуыҡта иң яҡшы эсемлектәр – компот, кеҫәл, морс һәм үлән сәйҙәре.
4. Алкоголь бер тамсы ла ярамай
Йылыныу өсөн йөҙ грамм тәҡдим итеү – иң киң таралған кәңәш. Йәнәһе, файҙалы ла, һөҙөмтәле лә. Әммә ысынбарлыҡта улай түгел. Иҫерткес эсемлек эскәндән һуң барлыҡҡа килгән йылылыҡ – алдаҡ, сөнки был осраҡта өҫтәге капиллярҙар ғына киңәйә. Тире йылыны тиҙерәк сығара һәм һыуыҡты тойоу, өшөү ике тапҡырға арта. Өҫтәүенә алкоголь организмдың реакцияһын кәметә. Иҫерек кеше һыуыҡтың хәүефен дөрөҫ билдәләй алмай, һөҙөмтәлә туңыуы ла бар. Бынан тыш, эскән әҙәмдең ҡолап имгәнеүе йәки йәрәхәт алыуы бик ихтимал.
5. Һәр ваҡыт хәрәкәтләнегеҙ
Хәрәкәттә – бәрәкәт! Һыуыҡ көндәрҙә был иң яҡшы алым. Автобус көткәндә бер урында тормағыҙ, йөрөгөҙ. Танау аша еңелсә тын алығыҙ. Табиптар әйтеүенсә, танау ҡыуышлығының ҡоролошо арҡаһында һулаған һалҡын һауа тын юлына һәм үпкәләргә барып еткәнсе йылынып өлгөрә.
Түҙеп торғоһоҙ булып өшөнөгөҙмө? Иң тәүҙә танауығыҙға, ҡолаҡ япраҡтарына, ҡул һәм аяҡ бармаҡтарына иғтибар итегеҙ. Әгәр уларҙы тоймай башлаһағыҙ, ҡар менән ыуып ҡуймағыҙ. Иң яҡшыһы: берәй магазинға йәки кафеға инеп йылыныу. Бер нәмә лә һатып алырға йыйынмаһағыҙ ҙа, бының хилафлығы юҡ. Тышта һыуыҡ булыуын барыһы ла яҡшы аңлай һәм кешеләр бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Әгәр бармаҡ остарына, ҡолаҡ йәки танауға һиҙгерлек ҡайтмаһа, шунда уҡ табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ.
6. Әкренләп йылынығыҙ
Һыуыҡта өшөп өйгә ингәс, иң насары – ҡулды йылы һыу аҫтына ҡуйыу йәки эҫе ваннаға төшөп ятыу. 20 минут самаһы көтөгөҙ, организм температура алмашыуға өйрәнергә тейеш, сөнки йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн был ҙур көсөргәнеш, ҡапыл йылыныу организм өсөн насар булыуы бар. Табиптар ҡан баҫымына зыян итмәҫ өсөн, һыуыҡта йөрөп ингәндән һуң, эҫе түгел, ә йылы һыу менән йыуынырға кәңәш итә. Был процедураны аяҡтан башлап, һыу ағымын яйлап ҡына өҫкәрәк күтәрергә.
Аҡ халатлыларҙан тағы бер кәңәш: фатирҙағы микроклиматты күҙ уңында тотоғоҙ. Йылытыу миҙгелендә бинала дымлылыҡ ныҡ кәмей. Ҡоро һауа танау ҡыуышлығын да киптерә, был үҙ сиратында организмға вирус һәм бактериялар үтеп инеү хәүефен арттыра.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.