Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Декабрь 2023, 05:15

Башҡортостанда Яңы йыл төнөнә һауа торошо

Синоптиктар Башҡортостанда Яңы йыл төнөнә һәм ғинуар байрамдарына һауа торошон фаразланы.

Башҡортостанда Яңы йыл төнөнә һауа торошоБашҡортостанда Яңы йыл төнөнә һауа торошо
Башҡортостанда Яңы йыл төнөнә һауа торошо

Әле республикала сатлама һыуыҡтарға алмашҡа йылы килде. Алдағы көндәрҙең дә йылы тороуы һәм ныҡ итеп ҡар яуыуы көтөлә.

Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бындай һауа торошо республикала декабрь аҙағына тиклем һаҡлана. Тимәк, яңы йыл төнөндә ҡаты һыуыҡтар булмай,  -7, -15 градус тирәһе. Ғинуарҙың тәүге көндәрендә лә шундай фараз төҙөлгән. Һуңынан -5, -9 градусҡа тиклем йылыта.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-20/sinoptiktar-ya-y-yyl-t-n-n-m-kanikul-a-aua-toroshon-farazlany-3575414

 

Автор:
Читайте нас