Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Ғинуар , 11:43

Башҡортостанда -28 градусҡа тиклем һыуыта

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -9, -14 градус.

Башҡортостанда -28 градусҡа тиклем һыуыта
Башҡортостанда -28 градусҡа тиклем һыуыта

Шишәмбе, 23 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 23, -28, көньяҡ-көнсығышта иһә -13, -18 градус.

Шаршамбы, 24 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 21, -26, урыны менән -16 градус. Көндөҙ -11, -16 градус.

 

 

Автор:
Читайте нас: