Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Февраль , 14:00

Тау баштарында ҡар күп ята... (Һынамыштар)

Февраль ҡарһыҙ булһа – ҡоро йәйгә.

Тау баштарында ҡар күп ята... (Һынамыштар)
Тау баштарында ҡар күп ята... (Һынамыштар)

Февралдең беренсе ярты-һында көндәр һыуыҡ булһа, арыш уңыр; йылы булһа тары уңыр.

Февралдә бәҫ күп булһа, ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.

Февраль айында ҡар күп булһа, йәй иртә килер.

Тау баштарында ҡар күп булһа, йәй еләк күп булыр.

Әгәр ҡыштың был айы буранлы икән, август ямғырлы, ужым игене уңасаҡ.

Ҡар күп ятһа, үлән ҡалын буласаҡ.

Юлда ҡар ҡалын, ҡырҙа йоҡа булһа, иген уңыр.

Февраль һыуыҡ икән – йәй яҡшы килер.

Февраль һыуыҡ һәм ҡоро –август эҫе.

Февраль йылы булһа – яҙ һалҡын килә.

Автор:
Читайте нас: